Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡортса айлыҡ журнал

Ҙур рәхмәт һеҙгә!

07.02.2020

15:58

Миляуша Байзигитова

"Аманат" журналына 2020 йылдың беренсе яртыһына яҙҙырыуҙы һәм таратыуҙы ойоштороу буйынса һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының директоры Илнур Рифат улы Салиховҡа, китапханасы Гөлфиә Мофаззал ҡыҙы Фәхрисламоваға, тәрбиәселәргә - Фәүзиә Манъюл ҡыҙы Шафиҡоваға һәм Зилә Мәжит ҡыҙы Ғафароваға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 

Шулай уҡ баш ҡалабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының китапханасы-педагогы Гөлнара Хәлфетдин ҡыҙы Мәүзүтоваға ла "Аманат" журналына яҙҙырыу буйынса алып барған эшмәкәрлеге өсөн журналыбыҙҙың "Рәхмәт кәлимәһе"н тапшырабыҙ.

0
144

Детский телефон доверияДетский телефон доверия 2